ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Ноябрь 2022, 15:55

Юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын!

Бөгөн 1-се Аҡъяр мәктәбендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре мәсьәләләренә арналған әңгәмә үткәрелде

Юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын!Юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын!
Юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын!

Балаларҙың юл-транспорт ваҡиғаларында имгәнеүҙәрен иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы территорияһында «Иғтибар - балалар!» иҫкәртеү сараһы дауам итә.

Бөгөн 1-се Аҡъяр мәктәбенең 6-сы "Б" класында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре мәсьәләләренә арналған әңгәмә үткәрелде.  Уны класс еткәсеһе менән бергә Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ-ның бүлеге хеҙмәткәре полицияның кесе лейтенанты Ғәзинур Атанов ойошторҙо. Уҡыусылар урам аша хәүефһеҙ үтеү, туҡталышта һәм транспортта үҙеңде тотоу ҡағиҙәләрен ҡабатланы. Балаларҙың кейемендә, рюкзагында яҡтылыҡты ҡайтартҡыс элементтар булыуы айырым билдәләнде, сөнки был водителгә тәүлектең ҡараңғы ваҡытында ла баланы алыҫтан күреп, тиҙлекте кәметергә, машинаның тормозына баҫып өлгөрөргә мөмкинлек бирә.  

 

 

фото:1-се Аҡъяр мәктәбе.

Юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын!
Юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын!
Юлдар балалар өсөн хәүефһеҙ булһын!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас