

Бөгөн иртә менән Аҡъяр ауылында янғын һүндереү, тиҙ ярҙам машиналары сиренаһы күптәрҙе һиҫкәндергәндер...
Тик ҡурҡырға кәрәкмәй. Бары тик янғын һағы, ҡотҡарыусылар, Тиҙ ярҙам һәм полиция хеҙмәткәрҙәре тарафынан район мәҙәниәт йортонда ғәҙәттән тыш хәл осрағына пландан тыш күнекмәләр үтте.
Ошонда уҡ сценарий буйынса янғын ваҡытында кешеләрҙе “эвакуациялау” күнекмәләре үтте һәм “зыян күреүселәргә” медицина ярҙамы күрһәтелде.
Фото һәм текст Хайбуллинский Рдк төркөмөнән алынды