ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
17 Октябрь 2022, 04:03

WhatsApp мессенджерын ҡулланыу кемдәргә тыйылды?

    

WhatsApp мессенджерын ҡулланыу кемдәргә тыйылды?WhatsApp мессенджерын ҡулланыу кемдәргә тыйылды?
WhatsApp мессенджерын ҡулланыу кемдәргә тыйылды?

Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы белем биреү процесында ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға WhatsApp (*Рәсәйҙә экстремистик тип танылған һәм тыйылған Meta корпорацияһы ҡарамағында) һәм башҡа сит ил мессенджерҙары (Viber, Skype һәм Google Drive) менән файҙаланыуҙы тыйҙы. Бының тураһында «Ъ» баҫмаһы хәбәр итә.

Баҫма мәғлүмәттәре буйынса, ведомствола педагогтарға «ВК Мессенджер»ға һәм «Сферум» уҡыу платформаһына күсергә кәңәш бирҙеләр. Шулай уҡ ҡайһы бер мәктәптәр WhatsApp мессенджерынан ата-әсәләр чаттарын да күсерергә күндерә, әммә Мәғариф министрлығында әйтеүҙәренсә, улар бындай йөкләмәләр бирмәгән. Эксперттар фекеренсә, был мессенджерға хужа булған Meta* компанияһының экстремистик ойошмалар исемлегенә индереү менән бәйле шәхси башланғыстар.

Мәғариф министрлығында сит ил мессенджерҙарын файҙаланмаҫҡа тәҡдимдәр ебәреүҙе раҫланылар, ләкин уларҙың «Минең мәктәбем» дәүләт системаһы һәм уның компоненттары менән эшләүгә генә ҡағылыуын билдәләнеләр. Ведомствола билдәләүҙәренсә, ата-әсәләрҙең аралашыу каналдарын улар регламентламайҙар.

 

Фото:Ксения Калинина.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас