

Атингән ауыл биләмәһендә Башҡортостанда янғынға ҡаршы хеҙмәт учреждениеһының янғын хәүефен иҫкәртеү буйынса инструктор Р.Хәсәнов ауыл кешеләренә янғын сығыуҙың төп сәбәптәре, һәр ғаиләлә ҡурҡыныс хәл-ваҡиғаны иҫкәртеү саралары ҡағиҙәләрен үтәү кәрәклеге тураһында һөйләне.
Шулай уҡ көнкүреш электр приборҙарын ҡулланғанда, мейес һәм газ менән өйҙө йылытҡанда янғын хәүефе талаптары тураһында мәғлүмәт еткерҙе.