Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Сентябрь 2022, 21:44

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Нимә ул светофор, йәйәүлеләр юлы, юл билдәләре—быны балалар яҡшы белә

Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен беләһеңме?
Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен беләһеңме?

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн социаль приют  бүлегендә юл хәрәкәте ҡағиҙәләре  буйынса “Бәхетле осраҡ” тип аталған викторина ойошторолдо.

 Балалар викторина барышында уйын формаһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса белемдәрен нығытты, юл билдәләренең аңлатылышын өйрәнделәр, төрлө һорауҙарға әүҙем яуап бирҙеләр. Шулай уҡ светофор, йәйәүлеләр үткәүеле, юлда үҙеңде нисек дөрөҫ тоторға кәрәклеген иҫкә төшөрҙөләр.  Бәхетһеҙ осраҡҡа юлыҡмаҫ өсөн быларҙың барыһын да белергә һәм, иң мөһиме, ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәклеген балалар яҡшы белә.

 

 

 


Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: