Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
11 Сентябрь 2022, 14:01

Руль артында айыҡ бул

    

Руль артында айыҡ бул
Руль артында айыҡ бул
3 октябргә тиклем республика ҡалаларында һәм райондарында ЮХХДИ идаралығы һәм «Ғаилә» төбәк үҙәктәре менән берлектә Бөтә Рәсәй айыҡлыҡ көнөнә арналған тематик саралар уҙғарыла.
 
«Мин айыҡ йөрөтөү яҡлы» акцияһы иҫерек водителдәр һәм йәйәүлеләр ғәйебе менән юл һәм башҡа ваҡиғаларға юл ҡуймауға йүнәлтелгән. Аҡъяр урамдарында үткән акция барышында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре һәм «Ғаилә» үҙәктәре белгестәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар менән аңлатыу эштәре алып бара, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса иҫкәртмәләр тарата. 9-11 сентябрҙә «Мин айыҡ йөрөтөү яҡлы» флешмобы ла ойошторолдо. Флешмобта ҡатнашыусылар руль артында фото төшөп һәм уны социаль селтәрҙәрҙә «Мин айыҡ йөрөтөү яҡлы! Үҙегеҙҙе һәм ғаиләгеҙҙе һаҡлағыҙ» тигән яҙма аҫтында баҫтырҙы.
 

фото:Хәйбулла район хакимиәте.

Руль артында айыҡ бул
Руль артында айыҡ бул
Руль артында айыҡ бул
Руль артында айыҡ бул
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: