Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
5 Сентябрь 2022, 11:03

Төнгө урамдар буйлап...

Сиреналар, эҙәрлекләү, урамдарҙағы автоуҙыштар – был фильмдарҙың сюжетынан тип уйлайһығыҙмы? Юҡ, был бары тик ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә ойошторолған төнгө рейд ваҡиғалары.

Төнгө урамдар буйлап...
Төнгө урамдар буйлап...

Рәсәй эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге идаралығы Хәйбулла районы буйынса бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре һәм Хәйбулла мәғлүмәт үҙәге хәбәрселәре менән берлектәге рейд көтөлмәҫтән мажараларға бай булып сыҡты. Сөнки был юлы бер генә юл участкаһында ғына торманыҡ, ә бер нисә ауылдарҙың – Аҡъяр, Садовый, Бүребай, Татыр-Үҙәк һәм Подольскиҙың төнгө урамдарында патруллек итеүҙе ойошторҙоҡ.

Иң мөһиме – юл ҡағиҙәләрен үтәү

Юл һәләкәттәре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренән, баҫмаларҙан, зәңгәр экрандарҙан йыш ишетеп, күнегеп тә бөттөк шикелле. Элегерәк бындай һәр хәбәр район, төбәк кимәлендәге ҡара ваҡиғаға әйләнер ине. Ә хәҙер юл фажиғәһе менән бер кемде лә аптыратмаҫһың. Дөрөҫ, элек автомобилдәр һаны ла аҙ ине, ә бөгөн «тимер ат»һыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ һәм уларҙың һаны көндән-көн арта бара.

Беҙ – редакцияның хәбәрселәре ЮХХДИ-ның патруль машинаһына ултырғас та, үҙебеҙҙе инспекторҙар итеп хис итеп, тәҙрәләр аша юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоусыларҙы күҙләй башланыҡ, ләкин бер нимә лә күҙгә салынманы. Беҙҙән айырмалы рәүештә, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәр тарафынан хоҡуҡ боҙоу осраҡтарын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә теркәп барҙы. Миҫал өсөн, урамдар киҫелешендә «туҡтау тыйыла» билдәһен инҡар итеп, берәү машинаһын юл ситенә ҡуйған ине. Водитель белдереүенсә, уның пассажиры «5 минутҡа ғына» магазинға ингән. Инспектор уны сабыр ғына тыңлап, был урында туҡтау аварияға килтереү ихтималлығын иҫкәртте.

Эйе, улар өсөн ғәҙәти эш башланды тип әйтергә мөмкин: документтарҙы тикшереү, транспорт сараларын ҡарау. Водителдәрҙең кемеһелер ҡәнәғәтһеҙлек белдерҙе, әммә күптәре быны аңлап ҡабул итә. Машинала китеп барғанда ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре туҡтатһа, барыбер шикләнеп ҡарайбыҙ. Бөтәбеҙҙең дә башынан: «Ниндәй ҡағиҙә боҙҙом икән?» – тигән уй үтә. Тәжрибәһеҙ водителдәр был мәлдә айырыуса юғалып ҡала.
Шуны бер ваҡытта ла хәтерегеҙҙән сығарырға ярамай: руль артында ултырғанда һеҙҙең өсөн төп ҡағиҙә – документтарығыҙҙың теүәл булыуы, юл ҡағиҙәләрен үтәү. 

Аҡъярға ингән ерҙә авария...

Патруллек итеү барышында, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре дежур бүлегенә килгән хәбәрҙәр буйынса ла йөрөнө. Шулар араһында ЭРА-ГЛОНАСС системаһы аша Аҡъярға ингән урында авария булыуы тураһында хәбәр килде. Әйтергә кәрәк, ЭРА-ГЛОНАСС – ул ашығыс оператив хеҙмәттәрҙе ҡул менән йәки автоматик режимда бер төймәгә баҫыу ярҙамында саҡыртыу ҡоролмаһы. Эшләгән осраҡта, ГЛОНАСС сигналдары нигеҙендә ҡоролма автомобилдең урынлашҡан урыны координатаһын билдәләй һәм уларҙы кәрәҙле элемтә ярҙамында ЭРА-ГЛОНАСС системаһына тапшыра.

Ләкин хәбәр ебәрелгән координата буйынса автомобилдең булмауы асыҡланды. Ошонда уҡ янғын һүндереү машинаһы ла килде. Эргә-тирәне ентекләп тикшергәс, инспекторҙар водителдең ЭРА-ГЛОНАСС системаһы төймәһенә яңылыш баҫыуын йә иһә авария урынынан киткән тигән фекергә килде. Әгәр ҙә саҡыртыу ялған булып сыҡһа, бының өсөн дә кемгәлер яуап бирергә тура киләсәк.

Енәйәтселәргә ярҙам итмәгеҙ

Рейд барышында урамда йөрөгән йәштәрҙең смартфон ярҙамында патруль машинаһын фотоға төшөрөү осраҡтары күҙгә ташланды. Баҡтиһәң, улар махсус мобиль ҡушымталар, мессенджерҙар йәки социаль селтәрҙәр аша ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең ҡайҙа булыуын хәбәр итә. Элекке ысул да ҡулланыла – трассала водителдәр бер-береһенә фарҙар менән «күҙ ҡыҫып» алда инспекторҙар посы булыуын иҫкәртә. Әйтергә кәрәк, айырым граждандар ошондай «изге эше» менән, үҙҙәре лә һиҙмәҫтән ҡасҡын һәм ҡурҡыныс енәйәтселәрҙе, шул иҫәптән наркотик йә законһыҙ рәүештә ҡорал ташыусыларҙы ла иҫкәртеп, уларҙы ҡулға алыуҙа ҡамасаулай.  Шулай уҡ иҫерек водителдәрҙең – юлдарҙа иң ҙур хәүеф тыуҙырыусыларҙың яуаплылыҡҡа тарттырылыуҙан ҡасырға булышлыҡ итәләр. Йыш ҡына үҙебеҙ эскән килеш руль артына ултырырға йыйынған яҡындарыбыҙҙы, дуҫ-иштәребеҙҙе тыймайбыҙ, ғәзиз балаларыбыҙға мототранспорт бүләк итеп, уларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуябыҙ һәм башҡалар. Ошо урында бәлки гражданлыҡ бурысы йәки битарафлыҡ тураһында һүҙ ҡуҙғатырға кәрәктер, ләкин был мәҡәлә темаһынан ситләштерә...

Кемделер үлтереүе лә ихтимал ине...

Рейд барышында авариялар йышыраҡ теркәлгән урындарҙа ла булдыҡ. Шуларҙың береһендә, урамдар сатында беҙгә сәйер генә йөрөгән, бер һулға бер уңға боролоштар яһаған автомобиль тап булды. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре шунда уҡ водителгә юл ситендә туҡтауҙы һораны. Әммә граждан үтенесте инҡар итте һәм тиҙлекте арттырып, йәһәт кенә ҡасырға маташты. Был осраҡта инспектор сиреналарҙы ҡабыҙҙы һәм автомобилде эҙәрлекләй башлап, тиҙ арала ҡыуып етеп, юлды ҡаплап уның алдына барып ултырҙы. Ләкин водитель бер нисә секундҡа ғына туҡтап, артҡа сигенде һәм ҡырҡа һулға боролоп, ҡараңғы тыҡырыҡ яғына йүнәлде. Хәйер, был урында уның автомобиле “осто” тиһәк яҡшыраҡ булыр, сөнки бында ҡырсынташ түшәлгән юл да юҡ, етмәһә шаулап үләндәр үҫкән, бихисап соҡор-саҡырҙар. Патруль машинаһы ла ҡалышмай, эҙәрлекләп, йәнә ҡасҡынды ҡамауға иреште. ЮХХДИ хеҙмәткәре тиҙ генә сығып, водителде автомобилдән сығарҙы. “Шумахер”ҙың спиртлы эсемлектәр эсеп, руль артына ултырыуы әллә ҡайҙан уҡ һиҙелә ине. Ул инспекторға зарланып, ғауға ҡуптарҙы.

Асыҡланыуынса, ул икенсе тапҡыр руль артына эсеп ултырған икән. Ғәҙәттә инспекторҙар ҡулына эләккәс яуап барыһының да бер: машинамды күсереп ҡуйырға ғына теләгәйнем. Был юлы ла водитель белдереүенсә, ул эш урынынан автомобилде өйөнә алып ҡайтырға уйлаған.  Ә эскән килеш руль артына ултырыу менән ғәйепле булыуын иҫкә төшөрмәһә лә, ахырҙа инде иҫеректәрҙең ғаиләһе лә, балалары ла хәтеренә килеп төшә. Тик бына башҡаларҙың балаларын харап итеп ҡуйыуым бар тип бер генә эскән кеше лә уйланмай. Был ир ҙә үҙен тулыһынса айныҡмын, ике йотомдан бер нимә лә булмаясаҡ тип иҫәпләй. Әммә алкотестер водителдең яҡшы ғына төшөрөп алғанын күрһәтә. Прибор водителдең организмында этил спирты 0,721 промилле (!) тәшкил итеүен күрһәтте. Һөҙөмтәлә автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылды. Быға тиклем водитель таныҡлығынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, ә бөгөн икенсе тапҡыр иҫереп машина менән идара иткән өсөн уға ҡарата енәйәт эше асыласаҡ. РФ Енәйәт кодексының 264.1-се статьяһына  ярашлы, иргә 200 меңдән алып 300 мең һумға тиклем штраф, йә иһә 480 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәр менән шөғөлләнеү, йә иһә 2 йылға тиклем мәжбүри эштәр менән шөғөлләнеү, йәки 2 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеү янай.

Һүҙ аҙағында

Хәбәрселәр төнгө сәғәт икеләр тирәһендә – арып  һәм асығып  ҡайтты. Ә бына ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре таңға тиклем үҙ эшен дауам итәсәк. Һауа торошоноң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, улар үҙ бурыстарын намыҫ һәм ҙур яуаплылыҡ менән башҡарып һәр ваҡыт юлда. Үҙебеҙ һәм яҡындарыбыҙ имен, ә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренең эше тынысыраҡ булһын тиһәк, йәйәүлеләргә лә, водителдәргә лә ябай ҡағиҙәләрҙе һанларға кәрәк.

 

Һандар телендә:

ЮХХДИ-ның Хәйбулла районы буйынса бүлеге хәбәр итеүенсә ағымдағы йылдың ғинуар башынан август аҙағына тиклем 2203 хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланған.  Иҫерек килеш руль артына ултырған 150 водитель тотолған, шуларҙың 15-е – ҡабаттан эләккән. Йәмғеһе 176 авария осрағы теркәлгән. Уларҙа  13 кеше зыян күргән. 

Айрат Таҡалов, Рәсәй Эске эштәр министрлығы Хәйбулла районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлегенең юл-патруль хеҙмәте өлкән инспекторы
–Патруль экипаждар көн һайын район юлдарына сыға. Рейдтар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙарҙы, иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға, аварияларҙы кәметеүгә, пассажирҙарҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен үтәүгә һәм балаларҙы хәүефһеҙ йөрөтөүгә йүнәлтелгән. Әлеге ваҡытта «Иғтибар, балалар!» иҫкәртеү операцияһы уҙғарыла, шуға күрә балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен боҙоуға юл ҡуймауға – уларҙы махсус тотоусы ҡоролмаларһыҙ ташыу осраҡтарын асыҡлауға айырым иғтибар бирәбеҙ. Шуны хәтергә төшөрөп үткем килә: сабыйҙарҙы бер йәшкә тиклем йөрөтөү өсөн автоьишекте файҙаланырға кәрәк. Бер йәштән 7 йәшкәсә махсус балалар креслоһында ғына йөрөтөргә мөмкин. Бустер һәм ҡайыш 7-12 йәштәрҙәге баланың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итергә тейеш. Киң таралған ҡағиҙә боҙоуҙар – водителдең тораҡ пунктта һәм трассала тиҙлек режимын арттырыуы, транспорт сараһы менән эскән килеш идара итеү, юлда дөрөҫ маневр яһамау, шулай уҡ хәүефһеҙлек ҡайыштарын эләктермәй йөрөү, балаларҙы махсус ҡоролмалдарһыҙ йөрөтөү. Башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар өсөн хәүефле булған иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға ҙур иғтибар бирәбеҙ. Йыш ҡына, хатта водитель таныҡлығынан мәхрүм ителгән хәлдә лә, уларҙың ҡайһы берҙәре руль артына иҫерек килеш ултырыуын дауам итә. Бөгөн һеҙ тап ошоға шаһит булдығыҙ.
Төнгө урамдар буйлап...
Төнгө урамдар буйлап...
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: