Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
5 Сентябрь 2022, 21:11

Фейктарға ышанмағыҙ, мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан алығыҙ!

Мессенджерҙарҙа йәнә «Баш табип мөрәжәғәте» тигән яҙыу менән шикле хәбәр барлыҡҡа килде

Фейктарға ышанмағыҙ, мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан алығыҙ!
Фейктарға ышанмағыҙ, мәғлүмәтте рәсми сығанаҡтарҙан алығыҙ!

2020 йылда мессенджерҙарҙа, социаль селтәрҙәрҙә «Армавирҙың баш табибы Василий Казьминдың коронавирус инфекцияһы шарттарында үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре тураһында мөрәжәғәте» барлыҡҡа килде. Ул ваҡытта Армавир ҡалаһы ҡала дауаханаһы баш табибы вазифаһын башҡарыусы Василий Казьмин хәбәр итеүенсә, был мөрәжәғәткә уның бер ҡыҫылышы ла булмаған. 

2021 йылда был хәбәр йәнә тарала башланы. Был ваҡытта Армавир ҡалаһы хакимиәтенең “Муниципальный вестник Армавира” рәсми селтәр баҫмаһының хәбәрселәре  Армавир ҡалаһы ҡала дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Василий Казьмин менән бәйләнешкә ингән һәм ошо текстың ысынлап та ул яҙғанмы икәнлеген белешкән. "Был мәғлүмәткә бер ҡыҫылышым да юҡ, - тип кире ҡаҡҡан Василий Алексеевич. - Бындай провокация уҙған йылдың ноябрендә социаль селтәрҙәр буйлап "йөрөп килде". Армавир халҡын социаль селтәрҙәге таратыуҙарға ышанмаҫҡа саҡырам!"

2022 йылда таралған ошо уҡ хәбәрҙе таратыусылар оҙаҡ уйлап тормаған. Улар тик Армавир урынына Санкт-Петербург ҡалаһы тип кенә үҙгәрткәндәр.

Рәсми ресурстарҙан ғына мәғлүмәттәргә ышанырға һәм социаль селтәрҙәрҙә, мессенджерҙарҙа таралған фейкка ышанмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.

 

 

Автор:
Читайте нас: