Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
3 Сентябрь 2022, 13:14

Башҡортостан Ырымбур өлкәһенә урман янғындарына ҡаршы көрәшергә ярҙам итә

Аэромобиль төркөмө Ҡыуандыҡ районы Һары (Сара) ауылында урынлашасаҡ

Башҡортостан Ырымбур өлкәһенә урман янғындарына ҡаршы көрәшергә ярҙам итә
Башҡортостан Ырымбур өлкәһенә урман янғындарына ҡаршы көрәшергә ярҙам итә

Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ ҡала округы биләмәһендә урман янғындарына ҡаршы көрәштә ярҙам итеү өсөн Башҡортостандан 30 белгес һәм 6 берәмек техника күрһәтелгән. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итә.

5 автоцистерна һәм квадроцикл менән «Егерь-2» автомобиле ингән аэромобиль төркөмө Һары (Сара) ауылында урынлашасаҡ. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында билдәләүҙәренсә, бында утҡа ҡаршы көрәш юлһыҙ урында булыуы, көслө ел һәм эҫе булыуы сәбәпле ҡатмарлашҡан.

«Әле 203 кеше һәм 66 берәмек техника далала һәм урман участкаларында янғынға ҡаршы көрәшә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ырымбур өлкәһе, төбәк янғынға ҡаршы хеҙмәте, урман янғындары формированиелары хеҙмәткәрҙәре, ирекмәндәр  менән берлектә янғынды туҡтатып, йорттарға уттың күсеүенә юл ҡуймайбыҙ», - тип өҫтәнеләр министрлыҡта.

фото: Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: