Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
2 Сентябрь 2022, 13:40

Бөгөн, 2 сентябрҙә, Хәйбулла районы күген төтөн ҡаплап алды

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, урман һәм ландшафт янғындары теркәлмәгән. Төтөн күрше төбәктән килә.

«Хәйбулла районында янғындар юҡ. Әммә районыбыҙҙа элеккесә янғын хәүефе осоро һаҡлана, һәм беҙ ут менән эш иткәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәүҙәрен һорайбыҙ. Янғын күреп ҡалһа йәки ут сығыу билдәләре беленһә (төтөтөн, һөрөм еҫе, һауа температураһы күтәрелһә һ.б.), кешеләрҙе эвакуациялау һәм янғынды һүндереү буйынса хәлегеҙҙән килгәнсә саралар күрегеҙ һәм был хаҡта ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу телефондары (112 йәки 101) буйынса хәбәр итегеҙ», – тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Хәйбулла районы хакимиәтенең башлығы Рөстәм Шәрипов.

Ырымбур Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, хәҙер Башҡортостан сигендә, Ҡыуандыҡ ҡала округында дүрт янғын сығанағын һүндерәләр. Унда ҡоро үлән һәм ҡыуаҡтар яна.

«Унда дала янғыны күҙәтелә. Майҙаны әлегә билдәһеҙ, сөнки ут һүндерелмәгән. Урында 56 кеше һәм 20 берәмек техника эшләй. Көслө ел, ерҙең ҡоро булыуы хәлде ныҡ ҡатмарлаштыра. Ләкин ауылдарға әлегә бер ни ҙә янамай», – тине Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Ырымбур өлкәһе буйынса баш идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Александр Ситников «Башинформ» хәбәрсеһенә.

Автор:Ләйсән Закирова

Автор:
Читайте нас: