Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
31 Август 2022, 19:17

Һүндерелмәгән бер шырпы ла меңәрләгән гектар урманды юҡ итәсәк

Республикала 23 августан урмандарға инеү тыйылды, ә инде 25 августан янғынға ҡаршы махсус режим индерелде

Һүндерелмәгән бер шырпы ла меңәрләгән гектар урманды юҡ итәсәк
Һүндерелмәгән бер шырпы ла меңәрләгән гектар урманды юҡ итәсәк

Август аҙағында көндәр эҫе торҙо, ямғыр ҙа юҡ. Үлән, ағас япраҡтары һәм ер кипкән. Әле республиканың 24 районына 5-се класс янғын хәүефе янай.

Урманда төрлө янғын сығанаҡтарынан ут шунда уҡ тоҡанып китергә тора һәм ул бик тиҙ тарала. Ә инде ел булһа, бөттө баш... Әйтергә кәрәк, әле беҙҙә лә Рязань һәм Нижегородский өлкәләрендәге урмандарҙағы янғын кеүек хәүеф янай. Ул өлкәләрҙә ут юлында осраған барлыҡ нәмәне ҡырып үткән. Янғын төтөнө бик алыҫҡа тарала һәм уның һәр беребеҙгә ҡағылыуы ихтимал.       

Республикала, ошондай янғындарға юл ҡуймау маҡсатында, 23 августан урмандарға инеү тыйылды, ә инде 25 августан янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Уға ярашлы, граждандарға урманға барыу, усаҡ яғыу, сүп-сар үртәү, хатта мангалды файҙаланыу ҙа тыйыла. Мәғлүмәттәр буйынса, урман янғындары сығыуҙа күпселек осраҡта кеше ғәйепле: ут менән һаҡсыл эш итмәү һәм янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу.

Махсус янғын хәүефһеҙлеге режимы ваҡытында талаптарҙы үтәмәгән өсөн ҙур күләмдә штраф һалына – 800 мең һумға тиклем, шулай уҡ енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҙа ҡаралған.

Быйыл республикала бөтәһе 55 янғын теркәлгән, былтырғы ошо мәл менән сағыштырғанда 364 сығанаҡҡа кәм. Шуға ла уҙған йылдағы хәлдең ҡабатланыуына юл ҡуйырға ярамай, 2021 йылда август аҙағына 14600 гектар майҙанда урман "ҡыҙыл әтәс"тән зыян күрҙе. Янғын ул саҡта кешеләрҙе туплаһа ла, тыуған еребеҙҙе өттө һәм урмандарыбыҙҙы юҡ итте.

Бөгөн ошондай хәл тыуыуына юл ҡуйырға ярамай, урманды янғындан һаҡлау сараһын күрәйек. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәп, тәбиғәтебеҙҙе һәм урамандарыбыҙҙы балаларыбыҙға һәм киләсәк быуынға һаҡлаясаҡбыҙ!

Хөрмәтле, граждандар!

Урманда йәки торфлы урындарҙа (һыу ятҡылыҡтары эргәһендә лә) усаҡ яҡмағыҙ.

Яланда һәм урманда ҡоро үләнде үртәмәгеҙ.

Һүндерелмәгән шырпыны һәм тәмәкене ташламағыҙ.

Онотмағыҙ, автомобиль һәм мотоцикл торбаһынан сыҡҡан осҡондан да янғын сығыуы ихтимал.

Майлы йәки яғыулыҡ һеңгән әйберҙәрҙе ташларға ярамай. Ҡоро үләнгә ырғытылған шешә һәм быяла ярсыҡтары ла, линза кеүек ҡояш нурҙарын туплап, ҡоро үләндең тоҡанып китеүенә булышлыҡ итә.  

 

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: @mchsrb

Автор:Рәмилә Мусина

Һүндерелмәгән бер шырпы ла меңәрләгән гектар урманды юҡ итәсәк
Һүндерелмәгән бер шырпы ла меңәрләгән гектар урманды юҡ итәсәк
Һүндерелмәгән бер шырпы ла меңәрләгән гектар урманды юҡ итәсәк
Һүндерелмәгән бер шырпы ла меңәрләгән гектар урманды юҡ итәсәк
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: