Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
29 Август 2022, 20:56

Юл ҡуйырға ярамай!

"Бер тапҡыр утҡа юл ҡуйһаң, ул ял-ҡойроҡһоҙ - тотоп та булмаясаҡ", – тине Радий Фәрит улы.

Юл ҡуйырға ярамай!
Юл ҡуйырға ярамай!

Бөгөн Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, тейешле ведомстволарға һәм муниципалитет башлыҡтарына мөрәжәғәт итеп, республикала ҙур янғындарға юл ҡуймауҙы һораны.

– Бөтәбеҙ ҙә яңылыҡтарҙан күреп торабыҙ, ҡайһы бер төбәктәр яна. Ҙур булмаған усаҡтан ғына башланған янғын шул тиклем шашты, бар ил менән һүндерәләр, туғыҙ мең кеше йәлеп ителде. Тимәк, ҡайҙа бар көстө ташлайһың, шунда һүндереп була. Әле шул тиклем ҡоро көндәр тора, ҡоро үләндәр үҫкән. Хәлде ныҡлы контролдә тотоуығыҙҙы һорайым. Аҙаҡ һүндергәнсе, иң яҡшыһы – хәҙер ныҡ итеп тырышырға. Бер тапҡыр утҡа юл ҡуйһаҡ, ул ял-ҡойроҡһоҙ - тотоп та булмаясаҡ, – тине Радий Фәрит улы.

Ул муниципалитет башлыҡтарын ныҡлы иҫкәртте.

– Уттың ауыл-ҡалаларға килеүенә юл ҡуяһы булмағыҙ. Ҡатмарлы янғындар ваҡытында ла ауылдарҙы һаҡланыҡ. Хәтеремдә, Күгәрсен районында бер йорт зыян күргәйне, ул саҡта хакимиәт башлығына ныҡ ҡына эләкте. Алдан шөғөлләнһәң, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Был бик мөһим, – тине республика етәксеһе.

Әлеге ваҡытта республикала ғәмәлдәге урман янғындары юҡ.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас: