Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
28 Август 2022, 07:48

Күрше райондарҙа урман янғындары теркәлгән

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 сентябргә тиклем урманға барыуға сикләүҙәр бар

Күрше райондарҙа урман янғындары теркәлгән
Күрше райондарҙа урман янғындары теркәлгән

Көндәрҙең эҫе, ҡоро тороуы арҡаһында 26 августан алып Башҡортостанда 28,8 гектар майҙанда 5 ҙур ландшафт янғыны теркәлгән. Урман янғындары Йылайыр, Ейәнсура, Белорет райондарында сыҡҡан. Ҡыйғы районында 23 гектар майҙанда ҡоро үлән янған. Был хаҡта республика Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

Бөтә янғындар ҙа таралыуҙан туҡтатылған һәм һүндерелгән. Яңы хәл-ваҡиғалар осрағына ведомствоның оперштабы әҙер, ә КА-32А11ВС вертолеты экипажы урман янғыны хәлен мониторинглау һәм мөмкин булған янғындарҙы һүндереү өсөн осорға әҙер.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 сентябргә тиклем Башҡортостанда урманға барыуға сикләүҙәр бар.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: