Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
24 Август 2022, 14:53

Оло хәүеф һағалай

Мәмбәт һәм Сәғит ауылдары янында  ҡоро үлән янды. Район биләмәһендә янғын хәүефе бик көсөргәнешле

Оло хәүеф һағалай
Оло хәүеф һағалай

Район биләмәһендә янғын хәүефе бик көсөргәнешле.

Әле лә  юғары класлы ҡурҡыныс янай. Яңыраҡ Ырымбур өлкәһе сигенән үтеп, Мәмбәт һәм Сәғит ауылдары янында  ҡоро үлән яныуы теркәлде. Унда янғын һүндереүселәр оператив эшләп, ут туҡтатылды. Дөйөм алғанда, 7 гектар майҙанды ут ялмап алды. Янғын сәбәптәре асыҡлана.

Район халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә саҡырабыҙ.  Хәүеф булған осраҡта 112 берҙәм телефон һаны буйынса  шылтыратығыҙ! 23 августан алып  урманға барыу, унда машиналар менән инеү сикләнә.

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: