Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
23 Август 2022, 08:51

9-сы ҡаттың тәҙрәһендә... 5 йәшлек сабый

   

9-сы ҡаттың тәҙрәһендә... 5 йәшлек сабый
9-сы ҡаттың тәҙрәһендә... 5 йәшлек сабый

22 августа кискеһен Өфөлә Мәғариф урамындағы 3-сө йортта 5 йәшлек сабый 9-сы ҡаттың асыҡ тәҙрәһендә торған. Ошо хәлдең шаһиттары 19:30 сәғәт тирәһендә Өфө ҡалаһының Берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә.

Йорт янына ашығыс хеҙмәттәр ебәрелгән. Улар килгәс күрһәтелгән ҡаттағы тәҙрәлә бер кем дә табылмаған.

«Хөрмәтле өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары! Тәҙрәләре асыҡ йәки уларҙы асыу мөмкинлеге булған бүлмәләрҙә балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Тәҙрә төбөндә уйнарға тыйығыҙ, балаға өҫкә менергә мөмкинлек биргән әйберҙәрҙе тәҙрәнән алығыҙ. Сабыйығыҙ тәҙрәне аса алмаһын өсөн тәҙрәләргә махсус фиксаторҙар ҡуйығыҙ. Баланың тәҙрә уйымында торғанын күргәс тә, кисекмәҫтән был хаҡта "112" номерына хәбәр итегеҙ», - тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы Граждандарҙы яҡлау идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

 

Фото:"Вся Уфа" телеканалы.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: