Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
22 Август 2022, 19:38

Ике баланы ҡотҡарғандар!

11 һәм 14 йәшлек ике ҡыҙ йылғаға үҙҙәре генә һыу инергә булған...

Ике баланы ҡотҡарғандар!
Ике баланы ҡотҡарғандар!

Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында аталы-уллы Волковтар ике ҡыҙҙы ҡотҡарған.

Үҙ сәхифәһендә уларҙы ҡотҡарыу тарихы тураһында муниципалитет башлығы Ғәзиз Манапов һөйләне. 16 июлдә 11 һәм 14 йәшлек ике ҡыҙ йылғаға үҙҙәре генә һыу инергә булған. Уларҙы ағым ағыҙып алып китә башлаған, ҡыҙҙар ярҙамға саҡыра башлаған. Бәхеткә күркә, Башҡортостанға ҡунаҡҡа килгән Олег Юрьевич менән Глеб ошо мәлдә яҡында ғына балыҡ тотҡан. Волковтар шунда уҡ ярҙамға ашыға һәм ҡыҙҙарҙы һыуҙан сығара.

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты бойороғо менән Олег Юрьевич Волков ҡыйыулығы һәм батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән, ә уның улы Глеб рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Бөгөн улдары һәм ейән-ейәнсәре өсөн наградаларҙы ата-әсәләре алды, сөнки геройҙар үҙҙәре Санкт-Петербургта йәшәй.

 

Фото:Газиз Манапов/vk.com

Ике баланы ҡотҡарғандар!
Ике баланы ҡотҡарғандар!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: