Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
19 Август 2022, 16:08

Былтырғы афәт ҡабатланмаһын!

Районда бишенсе класлы янғын хәүефе һаҡлана

Былтырғы афәт ҡабатланмаһын!
Былтырғы афәт ҡабатланмаһын!

Республиканың 13 районында, шул иҫәптән, Хәйбулла районында бишенсе класлы янғын хәүефе иғлан ителде.

Тимәк, тәбиғәт янғындары сығыу хәүефе ҙур. Былтыр районды, бөтә республиканы аяҡҡа баҫтырған ҡот осҡос урман янғындарын онотмайыҡ! Хәҙер һәр кемдән һаҡлыҡ сараларын күреү, иғтибарлылыҡ талап ителә. Һүндермәй ташланған бер генә тәмәке төпсөгө ҙур һәләкәткә килтереүе ихтимал.

Янғын сыҡҡанды күрһәгеҙ,  был турала 112 йәки 101 телефон һандары аша ашығыс рәүештә хәбәр итегеҙ!

Фото редакция архивынан

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: