Бөтә яңылыҡтар
ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
17 Август 2022, 19:07

Башҡортостандың ете районында максималь янғын хәүефе иғлан ителде

  

Башҡортостандың ете районында максималь янғын хәүефе иғлан ителде
Башҡортостандың ете районында максималь янғын хәүефе иғлан ителде

Башҡортостандың ете районында 17 августа максималь янғын хәүефе иғлан ителде. Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Архангел, Асҡын, Дүртөйлө, Кушнаренко, Мәләүез, Стәрлетамаҡ һәм Федоровка райондарында янғын сығыу ихтималлығы юғары.

Алдағы көндәрҙә Хәйбулла, Әбйәлил, Әлшәй, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Балаҡатай, Белорет, Бүздәк, Бөрйән, Дыуан, Йылайыр, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Туймазы, Учалы, Саҡмағош һәм Шишмә райондарында, Өфө ҡалаһында дүртенсе класлы янғын хәүефе фаразлана.

 

фото һәм мәғлүмәт:Башинформ.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас: