

Август уртаһына еттек, әммә көндәр ңҫе тороу сәбәпле, йылға буйынан бала-саға, ололар өҙөлмәй.
Һыуҙа төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре:
--Махсус йыһазландырылмаған урындарҙа һыу төшөү ҡәтғи тыйыла;
--Балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырырға ярамай;
--Йөҙә белмәһәгеҙ, билдән өҫтәрәк тәрәнлеккә инмәгеҙ;
--Һыуҙа 20 минуттан артыҡ булмағыҙ, һыуыҡтан тән температураһы төшкәндә аяҡтарҙы көҙән йыйырыуы ихтимал;
--таныш булмаған урындарҙа суммағыҙ;
-- Йылға алҡынына эләккәндә, ағымға ҡаршы хәрәкәт итмәйенсә генә ярға йүнәлергә кәрәк. Йылға өйөрмәһенә эләккәндә иң мөһиме – сәбәләнмәҫкә, күберәк тын алып һәм сумып хәүефле урындан һыу аҫтынан йөҙөп ситләшергә. Ылымыҡҡа буталдығыҙ икән, ҡырҡыу хәрәкәттәр яһамаҫҡа, яй ғына килгән яҡҡа кире сығып ҡарарға. Үлән ебәрмәй икән, башта ҡулдарҙы бушатып, һуңынан аяҡтарҙы ысҡындырырға.
Күп осраҡта фажиғәләр һыу инеү өсөн яраҡлаштырылмаған урындарҙа теркәлгән, ә ҡорбандар - башлыса эшкә яраҡлы йәштәге ир-ат. Вайымһыҙлыҡ һәм алкоголь - ҡазаларҙың төп сәбәбе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ҡотҡарыу хеҙмәте телефоны—112!
Фото: ИА «Башинформ»