

Мәмбәт ауылында йәшәүселәр белдереүенсә, Таналыҡ буйындағы ағасҡа йәшен атып, ут сыҡҡан.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы хәбәр итеүенсә, Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы фаразына ярашлы, 3 августа төндә республикала урыны менән йәшен йәшнәүе, төндә һәм иртән томан төшөүе көтөлә, күреү мөмкинлеге 500 метрҙан кәмей. Эҫе көндәрҙә ғәҙәттән тыш янғын хәүефе янай.
Аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Төндә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, көндөҙ яуым-төшөмһөҙ. Ел төньяҡ-көнсығыштан, көнсығыштан секундына 4-9 метр, йәшен йәшнәгәндә секундына 14 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +11, +16°, төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа +6°, көндөҙ +23, +28°.
Төндә һәм иртән автомобиль юлдарының айырым участкаларында 500 метрҙан кәмерәк күреү мөмкинлеге менән томан.
3 августан 8-енә тиклем республикала ғәҙәттән тыш янғын хәүефе көтөлә.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-08-02/i-tibar-tt-n-tysh-h-ld-r-ministrly-y-y-shen-toman-m-yan-yn-h-efe-tura-ynda-i-k-rt-2896182