ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
16 Июль 2022, 17:59

Һыу буйында һаҡ булығыҙ!

Ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәү аяныслы фажиғәгә килтереүе ихтимал

Һыу  буйында һаҡ булығыҙ!Һыу  буйында һаҡ булығыҙ!
Һыу буйында һаҡ булығыҙ!

Быйылғы  һыу төшөү миҙгеле асылғандан алып, Башҡортостанда 15 кеше батып үлгән. Һыу битарафлыҡты ғәфү итмәй. “Һаҡланғанды хоҙай һаҡлар”, тиҙәр.

“Нур” йәштәр-үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр ауылы янындағы йылғала һыу төшкән ололар һәм балаларға һыу сығанаҡтарында хәүефһеҙлек саралары, ябай ҡағиҙәләрҙе үтәмәүҙең аяныслы хәлгә килтереү ихтималлығы тураһында мәғлүмәт еткерҙе.  Һыуҙа зыян күреүсегә беренсе ярҙам күрһәтеү, экстрен хеҙмәттәр телефон һандары яҙылған буклеттар тараттылар.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас