ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
15 Июль 2022, 11:20

Башҡортостандан тағы бер ирекле батальон төҙөлдө

Ай дауамында һалдаттар хәрби частарҙың береһендә әҙерлек үтә. Аҙаҡ Украинала махсус операцияла ҡатнаша. Һәр һалдат үҙ теләге менән килгән, егеттәр армияла хеҙмәт иткән.Республика Башлығы Радий Хәбиров хәрбиҙәргә уңыштар теләне һәм ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе.

Башҡортостандан тағы бер ирекле батальон төҙөлдөБашҡортостандан тағы бер ирекле батальон төҙөлдө
Башҡортостандан тағы бер ирекле батальон төҙөлдө

Башҡортостандан тағы бер ирекле батальон хәрби бурысын үтәргә китте. Шишмә районы “Патриот” паркында Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге мотоуҡсылар төркөмөн тантаналы шарттарҙа оҙаттылар. Сарала Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ул хәрбиҙәргә уңыштар теләне һәм ғаиләләренә һәр яҡлап ярҙам буласағын белдерҙе.

Ай дауамында һалдаттар хәрби частарҙың береһендә әҙерлек үтә. Аҙаҡ Украинала махсус операцияла ҡатнаша. Ирекле батальонға хәрби әләм тапшырылды. Һәр һалдат үҙ теләге менән килгән, егеттәр армияла хеҙмәт иткән.

Башҡортостанда ирекле батальондар булдырыу башланғысы менән хәрби хәрәкәттәр ветерандары ойошмалары сығыш яһаны. Быға тиклем Рәсәй Геройы Миңләғәли Шайморатов исемендәге ирекле батальонды хәрби бурысын үтәргә оҙаттылар. Әле һалдаттар Ырымбурҙа әҙерлек үтә.

https://bash.news/bash

 

 

Автор:
Читайте нас