ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Июнь 2022, 10:47

Иң яҡшы янғын һүндереүселәр ҡайҙа?

Районда беренсе тапҡыр  иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы исеменә смотр-конкурс ойошторолдо

Иң яҡшы янғын һүндереүселәр ҡайҙа?Иң яҡшы янғын һүндереүселәр ҡайҙа?
Иң яҡшы янғын һүндереүселәр ҡайҙа?

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә төркөмөндәге үҙ сәхифәһендә районда  беренсе тапҡыр  иң яҡшы ирекле янғын һүндереү командаһы исеменә смотр-конкурс ойошторолоуы тураһында хәбәр итә.

 "Командалар  етеҙлектә ярышты. Мәҫәлән, янғын һүндереүсенең  кейемен  һанаулы ваҡытта кейеү, тейешле әйберҙәр менән ҡоралланыу, һыу биреү өсөн автоцистернаны тоташтырып, утта һүндереү—һәр кемдең оҫталығын һәм берҙәмлеген күрһәтте.

Конкурс йомғаҡтары буйынса беренсе урынды Әбеш ауыл Советының ирекле янғын һүндереү командаһы алды, икенсе урынды Аҡъюл ауыл Советы командаһы һәм өсөнсө урынды Өфө ауыл Советы яуланы. Бындай конкурстар ирекле янғын һүндереүселәрҙең һөнәри оҫталығын камиллаштырыу маҡсатында бөтә республика масштабында үткәрелә",--тип яҙа Рөстәм Динислам улы.

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас