

25 майҙа көндөҙ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Бүздәк районы Комсомол ауылындағы торлаҡ йорттағы фатирҙарҙың береһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр килә. Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр килгән. Ут өс фатирлы кирбес йорттоң фатирында сыҡҡан.
«Янғын тиҙ арала 1 квадрат метр майҙанда һүндерелгән. Зыян күреүселәр юҡ, - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. - Электр приборын ҡарауһыҙ ҡалдырыу янғындың төп сәбәптәренең береһе булып тора. Фатирҙа өс бәлиғ булмаған балаһы менән 38 йәшлек ҡатын йәшәй. Ут сыҡҡан мәлдә өйҙә бер кем дә булмай. Ҡатын һуңғы ҡыңғырау байрамына кейемдәрҙе үтекләгән һәм тиҙ генә балалар менән сығып киткән. Күршеләре, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаның тауышын ишетеп, янғын һүндереүселәрҙе саҡырған».
Ведомствола билдәләүҙәренсә, әгәр ҙә иҫкәртеүсе прибор булмаһа, янғындың ҙур күләмдә таралыуы ихтимал ине. Ул саҡта матди зыян тураһында ғына түгел, ә бәлки, ҡорбандар тураһында ла һүҙ барыр ине: һөрөм төтөн уттан кәм булмаған хәүеф тыуҙыра.