ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
21 Мая 2022, 18:04

Водитель, һине өйҙә көтәләр!

Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәте ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә эшләне

Водитель, һине өйҙә көтәләр!Водитель, һине өйҙә көтәләр!
Водитель, һине өйҙә көтәләр!

“Хәүефһеҙ юл—бәхетле ғаилә” республика акцияһы сиктәрендә, Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре менән берлектә водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәү мөһимлеге,  машинала хәүефһеҙлек ҡайышын мотлаҡ  эләктереү, балаларҙы махсус креслола йөрөтөү кәрәклеге тураһында иҫкәртте.

Акцияның маҡсаты ла транспортта йәрәхәт алыуҙы иҫкәртеүгә йүнәләтелгән. Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға файҙалы мәғлүмәттәр бирелгән листовкалар таратылды

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас