ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
6 Май 2022, 04:49

Мопед-скутерҙарҙа – балалар

Хәүефһеҙлек

Мопед-скутерҙарҙа – балаларМопед-скутерҙарҙа – балалар
Мопед-скутерҙарҙа – балалар

Ҡар иреп, юлдар асылыу менән улар ауылдың баш ауырыуына әйләнәләр. Алдын-артын ҡарамай, бер өйөр булып урамдан елдерәләр. Тиҙлек менән машина килә йә кескәйҙәрҙең ҡапыл юлға йүгереп сығыуы мөмкин, тип уйлап та бирмәйҙәр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңы ғына алынған скутер-мопедтарҙа йүнләп йөрөй белмәгән килеш оло юлға сығып, үҙен дә, артында ултырған иптәшен дә ниндәй ҡурҡыныс аҫтына ҡуйғанын аңламай улар. Был хаҡта, әлбиттә, ата-әсәләр уйланырға, баланы тыйырға, хәүефһеҙлек сараларын аңлатырға тейеш.

Тулы мәҡәлә Хәйбулла хәбәрҙәре гәзитенең 19-сы һанында

Мопед йәки скутер менән йөрөгәндә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк:
- был төр транспорттарға 16 йәше тулғандар ғына ултыра ала;
- Мопед һәм скутерда трассаға сыҡҡанда юл уртаһынан барырға ярамай. Ҡағиҙә буйынса, юлдың ситенән генә хәрәкәт итергә тейештәр;
- Мопедта йәки скутерҙа барғанда фараның яҡындан күрһәтә торған уты янырға тейеш;
- Транспорт сараһын йөрөтөүсенең дә, пассажирҙың да шлемы булырға тейеш;
- Бер кешенән артыҡ пассажир алырға ярамай.

Велосипед менән йөрөгәндә түбәндәге ҡағиҙәләр үтәлергә тейеш:
14 йәштән өлкәндәр велосипед өсөн махсус тәғәйенләнгән юлдарҙа ғына йөрөргә тейеш.
14 йәштән өлкәндәргә юлдың уң яғынан түбәндәге осраҡта ғына йөрөү рөхсәт ителә:
* махсус юлдар булмаһа;
* велосипедтың габарит киңлеге, уға таҡҡан йөк бер метрҙан ашһа;
* колонна булып барғанда.

Әгәр велосипед юлы, һыҙат юҡ икән йәки унан үтерлек булмаһа, юлдың уң яғы буйлап бер рәттә генә барырға ярай.

Тротуарҙан түбәндәге осраҡта йөрөргә мөмкин:
* велосипедлылар өсөн махсус юл­дар, айырым һыҙат юҡ икән йәки унан йөрөү мөмкинлеге булмаһа;
* ете йәшкә тиклемге баланы велосипедта өҫтәмә ултырғыста, велосипед йәки мопед өсөн тәғәйенләнгән велоколяскала йәки тағылма арбала.
Тауыш сигналы эшләмәгәндә, тормоз системаһы, тышкы яҡтыртҡыстар, двигатель, төҙөк булмағанда, шиналар боҙолғанда әлеге төр транспорттар менән юлға сығыу тыйыла.

Автор:Луиза Юлмухаметова
Читайте нас