ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
1 Май 2022, 12:06

Бер көндә 1,5 миллион һум мутсылар ҡулына күскән

    

Бер көндә 1,5 миллион һум мутсылар ҡулына күскәнБер көндә 1,5 миллион һум мутсылар ҡулына күскән
Бер көндә 1,5 миллион һум мутсылар ҡулына күскән

Республика эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә дөйөм енәйәт мутлашыуҙары менән бәйле 12 хәбәр килгән. Улар иҫәбендә: банк учреждениелары хеҙмәткәрҙәре исеменә ҡараған граждандарҙы алдауҙың 5 осрағы, интернет аша тауар һатып алғанда һәм һатҡанда 3 осраҡ, кредитлау өлкәһендәге 4 осраҡ. Зыяндың дөйөм суммаһы 1,5 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.

Шул рәүешле Өфөлә йәшәүсе иргә банк хеҙмәткәре тип таныштырған билдәһеҙ кеше шылтыратҡан. Һәм ирҙе үҙенең банк иҫәбенән дөйөм алғанда 55 мең һумдан ашыу аҡса күсерергә күндерә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына ғариза менән урындағы йәшәүсе мөрәжәғәт иткән. Ир полиция хеҙмәткәрҙәренә үҙен ҡыҙыҡһындырған автомобилдәр запас частарын популяр иғландар сайты аша үҙенең машинаһы өсөн һатып алырға йыйыныуы хаҡында һөйләне. Һатыусы ирҙән 27 мең һум күләмендә алдан түләүҙе күсереүен һораған. Аҡса күсерелгәс, һатыусы бәйләнешкә сыҡмай. Ир кеше теләгән запчастарҙы ла алмаған.

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас