

"Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты сиктәрендә район хакимиәте башлығының иҡтисад, эшҡыуарлыҡ һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Наил Байғусҡаров аттракцион техникаға күҙәтеү буйынса баш белгес Илшат Закиров менән осрашты. Осрашыу барышында һүҙ 2022 йылдың яҙғы-йәйге миҙгелендә аттракцион техниканы файҙаланыуға әҙерлекте тикшерҙеләр. Атап әйткәндә, һүҙ аттракцион ҡорамалы хужаларына хеҙмәттәр күрһәткәндә - дәүләт теркәүе тураһында таныҡлыҡ, техник тикшереүҙең ғәмәлдәге акты, иҫәп журналдары, хеҙмәткәрҙәрҙең уҡыуын раҫлаған документтарҙы мотлаҡ тапшырыу.
Аттракцион хужалары үҙ каруселдәре, батуттары, таусыҡтары һәм картингтарының төҙөк хәлдә булыуы хаҡында хәстәрлек күрергә тейеш. Бөтә талаптар Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2019 йылдың 20 декабрендәге «Аттракциондарҙың техник торошона һәм уларҙы файҙаланыуға талаптарҙы раҫлау тураһында»ғы 1732-се ҡарарында бирелгән.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
фото:Хәйбулла районы хакимиәте