ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
22 Апрель 2022, 08:09

Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһында --"янғын"!

Барлығы 232 кеше эвакуацияланды, уларҙың 202-һе балалар һәм 30-ы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре

Аҡъяр ауылының  "Шатлыҡ"  балалар баҡсаһында --"янғын"!Аҡъяр ауылының  "Шатлыҡ"  балалар баҡсаһында --"янғын"!
Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһында --"янғын"!

Янғынға ҡаршы иҫкәртеү эштәре мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында даими үткәрелә.

Янғын һағы подразделениелары хеҙмәткәрҙәре контроле аҫтында эвакуация күнекмәһе лә мөһим сараларҙың береһе. Ошо маҡсатта Аҡъяр ауылының “Шатлыҡ” балалар баҡсаһында үткән күнекмәлә балалар  эвакуация юлы буйлап үтеп, һәр төркөмгә бүленгән хәүефһеҙ урынға сыҡтылар. Ғәҙәттән тыш хәл осрағына кескәйҙәр ғүмерен һәм һаулығын хәстәрләгән сара ойошҡан рәүештә үтеп, һәр кем ышаныслы һәм дөрөҫ эш итте. Барлығы 232 кеше эвакуацияланды, уларҙың 202-һе балалар һәм 30-ы балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас