ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
20 Апрель 2022, 08:46

Һаҡ булығыҙ: тайыштабандар!

   

Һаҡ булығыҙ: тайыштабандар!Һаҡ булығыҙ: тайыштабандар!
Һаҡ булығыҙ: тайыштабандар!

Күгәрсен һәм Йылайыр райондары сигендә урынлашҡан «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркында айыуҙар уянған, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Экология министрлығында.

Көндәлек тикшереү барышында тәбиғәт паркы инспекторы Юрий Нефедьев айыу тәпәйҙәренең эҙен тапҡан. Уҙған йыл менән сағыштырғанда, айыуҙар бер нисә көнгә алдараҡ уянған, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Тәбиғәт парктары дирекцияһында. Инспекторҙар хайуандарҙы күҙәтеү һәм уларға ярҙам итеү өсөн урындағы биләмә буйлап йөрөп сығырға ниәтләй. Белгестәр «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркына килгәндәргә был ваҡытта шәхси хәүефһеҙлек тураһында хәстәрлек күрергә кәңәш итә. Паркка барыр алдынан хеҙмәткәрҙәргә сәфәр хаҡында мәғлүмәт еткерергә һәм тәбиғәт парктарында булыу ҡағиҙәләре, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса күрһәтмәләр менән танышырға кәрәк.

«Бынан тыш, урманға йыйылһағыҙ, ҡайҙа тура килгән, шунда аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын ташламағыҙ: еҫтәрҙең айыуҙарҙы йәлеп итеүе мөмкин. Үҙең менән бик еҫле һәм көнкүреш химияһы предметтарын алырға ярамай. Урманда шаулашырға тырышығыҙ. Айыуҙар сит тауыштарҙы яратмай», - тип кәңәш итәләр Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығында.

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас