ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
15 Апрель 2022, 09:35

Иғтибар: хәүефле миҙгел башланды!

Шуны онотмағыҙ, урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙһағыҙ, штраф һалырға мөмкиндәр.  

Иғтибар: хәүефле миҙгел башланды!Иғтибар: хәүефле миҙгел башланды!
Иғтибар: хәүефле миҙгел башланды!

Йылы һауа торошо урынлашыуы һәм янғын хәүефенең класы артыуы менән бәйле 2022 йылдың 15 апреленән Башҡортостан Республикаһының урман фонды биләмәһендә янғын йәһәтенән хәүефле миҙгел көтөлә.

11 апрелдән урман фонды менән сиктәш урынлашҡан биләмәләрҙә йыһан мониторингы мәғлүмәт системаһы тарафынан 171 гектар майҙанда туғыҙ ут сығыу осрағы теркәлгән.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, урмандарға барыу осоронда түбәндәгеләр тыйыла:

- асыҡ уттан файҙаланырға;

- янған шырпы, тәмәке төпсөктәрен ырғытырға;

- май һеңдерелгән йәки яғыулыҡ һеңдерелгән сепрәк материал ҡалдырырға;

- шешәләрҙе йәки быяла киҫәктәрен ҡалдырырға, сөнки улар көсәйткес линза һәләтен үтәүе ихтимал;

- ағастар аҫтында, урман аҡландарында, әрәмәлектәрҙә үлән яндырырға, шулай уҡ баҫыуҙарҙа, урмандарҙа ҡамылды яндырырға;

- ылыҫлы йәш ағаслыҡтарҙа, торф ятҡылыҡтарында, ҡырҡындыларҙа, ҡоро үләнле урындарҙа, ағас сатырҙарында, шулай уҡ зарарланған урман участкаларында усаҡ яғыу;

- урман хужалығы эштәре башҡарғанда ағас ҡалдыҡтарын яндырыу.

Иғтибар!

Урманда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу иҫкәртеүгә йәки административ штраф һалыуға килтерә:

- граждандарға - 1 500-ҙән 3 000 һумға тиклем;

- вазифалы кешеләргә - 10 меңдән 20 000 һумға тиклем;

- ойошмаларға - 50 000-дән 200 000 һумға тиклем.

Сыбыҡ-сабыҡты, урман түшәмәһен, ҡоро үләнде һәм башҡа урман янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре талаптарын боҙоп, урмандарға, һаҡлағыс һәм урман һыҙаттарына йәнәш булған һәм 0,5 метрҙан кәм булмаған киңлектәге минераллаштырылған һыҙат менән айырылмаған ер участкаларында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу административ штраф һалыуға килтерә:

- граждандарға - 3 000-4 000 һум күләмендә;

- вазифалы кешеләргә - 15 000-дән 25 000 һумға тиклем;

- ойошмаларға - 150 000-250 000 һум.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы тәбиғи янғындар менән бәйле ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуыуына юл ҡуймау өсөн янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен мотлаҡ үтәүҙе һәм тораҡ пункттарҙы уттан һаҡлау өсөн уяулыҡ күрһәтеүҙе һорай.

Урманда янғын башланғанын күрһәгеҙ, Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының төбәк диспетчер хеҙмәтенә 8 (347) 218-14-14 йәки 8 (800) 100-94-00 телефоны буйынса урман һағына шылтыратығыҙ.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева.
Автор:
Читайте нас