ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
12 Апреля 2022, 09:13

Республикала йәшәүселәргә алдағы тәүлектәрҙә урамға һирәгерәк сығырға һәм тәҙрәләрҙе асмаҫҡа кәңәш бирәләр

Алдағы ике көндә Башҡортостанда һауаның ныҡ бысраныуы көтөлә

Добавить в предпочтительные источники Google
Республикала йәшәүселәргә алдағы тәүлектәрҙә урамға һирәгерәк сығырға һәм тәҙрәләрҙе асмаҫҡа кәңәш бирәләрРеспубликала йәшәүселәргә алдағы тәүлектәрҙә урамға һирәгерәк сығырға һәм тәҙрәләрҙе асмаҫҡа кәңәш бирәләр
Республикала йәшәүселәргә алдағы тәүлектәрҙә урамға һирәгерәк сығырға һәм тәҙрәләрҙе асмаҫҡа кәңәш бирәләр

Алдағы ике көндә Башҡортостанда һауаның ныҡ бысраныуы көтөлә. Был хаҡта Башгидрометүҙәк хәбәр итте.

12 һәм 13 апрелдә атмосферала зарарлы матдәләрҙең күп булыуы көтөлә, тип иҫкәртә эксперттар. Улар шәхси транспорт менән файҙаланмаҫҡа, урамда аҙыраҡ йөрөргә, биналарҙы елләтмәҫкә ҡуша. Бынан тыш, өйҙә һәм эштә туҙанды еүеш сепрәк менән һөртөп торорға кәрәк.

Республикала хроник үпкә, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм аллергия сирҙәре менән яфаланғандарға үҙҙәре менән урамға дарыу алып сығырға кәңәш ителә. Өйгә ингәс тә танауҙы, тамаҡты сайҡатырға кәрәк.

 

Сығанаҡ: Башкортостан/яңылыҡтар

Источник: ufacitynews.ru

Автор: