

Әбүбәкер мәктәбенең йәш инспекторҙары бөгөн "Внимание дети" акцияһы барышында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән осрашты һәм үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарына яуаптар алдылар. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре менән берлектә юл- транспорт ваҡиғаларын иҫкәртеү маҡсатында махсус рейдт ойоштороп водителдәргә буклеттар тараттылар. Изге эштән һуң бергәләп фото төштөләр.
Сығынаҡ: район мәғариф идаралағы.