

Өфөлә йәшәгән 37 йәшлек ҡатынды ялған "банк хеҙмәткәре" алдаған. Ул ҡатынға шылтыратып, әлеге ваҡытта уның иҫәбенән ҙур суммалағы аҡсаны иҫәптән сығарырға маташыуҙары хаҡында хәбәр иткән. Һәм бының өсөн шунда уҡ финанс сараларын алып, үҙҙәре күрһәткән иҫәпкә күсерергә кәрәклеген белдергән. Ҡатын шулай эшләгән дә, һөҙөмтәлә 1 миллион 161 мең һум аҡсаһын юғалтҡан.
«Тәфтишселәр Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө («мутлашыу») буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты. Енәйәтсене эҙләйҙәр», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
«Таныш булмаған кешеләргә аҡса күсермәгеҙ. Йәнәһе шылтыратыу банк хеҙмәткәренән килгән осраҡта, трубканы һалығыҙ. Мутлашыусылар ялған номерҙар ҡуллана ала икәнен дә хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Социаль селтәрҙәрҙә аралашҡанда уяу булығыҙ. Таныштарығыҙҙан шикле хәбәрҙәр алһағыҙ, улар менән шәхси номерҙары буйынса бәйләнешкә инегеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙ менән бәйләнештә тороғоҙ, сөнки тап улар, тәү сиратта, мутлашыусылар тоҙағына эләгә ала», - тип иҫкә төшөрҙөләр граждандарға ведомствола финанс хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында.