ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
27 Март 2022, 10:39

Һауа торошо боҙола!

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы тәүлектә...

Һауа торошо боҙола!Һауа торошо боҙола!
Һауа торошо боҙола!

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, алдағы тәүлектә республикала болотло һауа торошо фаразлана. Төндә ҡар ҡатыш ямғыр, көндөҙ бер аҙ епшек ҡар яуасаҡ.

Айырым райондарҙа боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, юлдарҙа боҙлауыҡ, көрт. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, тиҙлеге 9-14 м/с, урыны менән 17-22 м/с етеүе ихтимал. Һауа температураһы төндә 0,-5, көндөҙ -2, 3. Автомобиль юлдарында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

 

фото:Хәйбулла районының берҙәм дежур-диспетчер хеҙмәте.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас