

Муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов Бәйләнештә селтәрендәге сәхифәһендә һауа торошона бәйле, юлға сығыуҙы кисектереү кәрәклеге тураһында иҫкәртә.
“Юлдарҙа һепертмә буран. Ҡайһы бер ауылдарға үтеп булмай. Ҡар таҙартҡыс машиналар барлыҡ йүнәлештәрҙә лә эшләй. Әгәр юлда ғәҙәттән тыш хәлгә осрай ҡалһағыҙ, 112 номеры буйынса ҡотҡарыусыларға шылтыратығыҙ”,--тип яҙа ул.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: артыҡ кәрәге булмаһа, юлға сыҡмағыҙ!
Айырыуса республиканың көнъяҡ райондарында көслө ҡар яуыуы, буран сығыуы көтөлә.