

Башҡортостандың Мәсетле районы Тайыш ауылы биләмәһендә 27 ғинуарҙан ҡотороу сире буйынса карантин иғлан ителде.
Башҡортостандың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған указға ярашлы, Тайыш ауылы биләмәһе хәүефле танылды.
Ауылда бөтә хайуандарға ҡотороҡҡа ҡаршы вакцина эшләнә, биләмәгә мал индереү тыйыла.
Сикләүҙәр тейешле ҡарар ҡабул ителгәнсе ғәмәлдә ҡала.
https://bash.bashinform.ru/news/social/2022-01-28/m-setle-rayonynda-otorou-sire-buyynsa-karantin-inderelde-2671604