ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
29 Ғинуар 2022, 07:17

"Башҡа сара ҡалмағайны..."

Күрше  Баймаҡ районы ауылдарында малдар ауырыуына бәйле һорауҙарға яуаптар - яҙмала.

"Башҡа сара ҡалмағайны...""Башҡа сара ҡалмағайны..."
"Башҡа сара ҡалмағайны..."

Һуңғы ваҡытта төбәктәге эпизоотик хәлдең киҫкенлеге малсылыҡ йүнәлешендә үҙ эшен асҡан йүнселдәрҙең генә түгел, шәхси йорттарҙа мал аҫрағандарҙы ла аптырашта ҡалдырҙы. Ауылдарҙа тик мал көсө менән йәшәгән халыҡ һағайып ҡалды. Ни тиһәң дә балаларын уҡытҡан, донъяларын бөтәйткән, ашлы ла, эшле лә иткән шул малҡайҙар бит.

Ноябрь аҙағында һәм декабрь башында Беренсе Төркмәндәге йәш өшөткөс күренеште күптәр оҙаҡ ваҡыт онота алмаҫ. Һәр йорттан тиерлек алынған малдың юҡ ителеүе, яндырылыуы һөҙөмтәһендә генә был сир күрше-тирә ауылдарға таралмай ҡалды. Икенсенән, тәүҙә Беренсе Төркмән янындағы 30 километр радиустағы ауылдарҙа вакцина һалынһа, артабан район буйынса мал табиптары үҙ зонаһына кергәндәрҙең малына прививка яһаны.

Башҡортостан Хөкүмәте, Ветеринария идаралығы, район хакимиәте, Баймаҡтың һәм Сибайҙың ветеринария станцияһы был проблеманы баштан уҡ етди контролгә алып, сирҙе бөтөрөү, артабан таратмау өсөн барыһын да эшләне. Республика Башлығы Радий Хәбиров был киҫкен хәл менән туранан-тура хәбәрҙар булды, һөҙөмтәлә малдары зыян күргән шәхси ярҙамсы һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына дәүләт ярҙамы алыуға булышлыҡ ителде.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәлә яңғыҙ йөрөмәй тигәндәй, Яңы йыл алдынан йәнә йоғошло төйөрлө дерматит сире Урғаҙа ауылындағы ике шәхси хужалыҡта асыҡлана. Баймаҡ район хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов белдереүенсә, был хәл етди контролдә тотола, даими рәүештә штаб төҙөлә.

"Ысынлап та, райондың икенсе яҡ ауылында көтмәгәндә йоғошло сир асыҡланғас, был юлы тиҙ арала уны таратмау сараһын күрҙек. Халыҡтың эре һәм ваҡ малдарына ике тапҡыр вакцина һалынды, барлыҡ мал табиптары бер нисә көн Урғаҙала эшләне. 12 шәхси хужалыҡтағы малдарҙы утилләштерергә тура килде. Иң мөһиме - сирҙе ваҡытында асыҡлап, вакцина булыуы арҡаһында уға артабан таралыуға юл ҡуйманыҡ.

Ә Беренсе Төркмән ауылындағы хәлгә бәйле асыҡлыҡ индереп китеү урынлы булыр. Күптәр, ни өсөн ауыл халҡының тотош малын утилләштерҙегеҙ, тип һорай. Унда беҙ сирҙе асыҡлап, тейешле лабораториянан яуап килгәнсә ваҡытты үткәреп ебәрҙек. Ауырыу йәшен тиҙлегендә тиҙ таралды, тотош ауылды ялмап алды. Шуға күрә яҡын тирәләгеләргә күсмәһен өсөн малдарҙы юҡ итеүҙән башҡа сара ҡалманы. Башҡортостан Хөкүмәтенә ҙур рәхмәт: бәлә килгәндә яңғыҙ ҡалдырманылар. Республика бюджетынан 22 миллион һум ярҙам күрһәтелде, был суммаға ҡара сиңерткәнән һәм ҡоролоҡтан зыян күргән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға, фермерҙарға яҡшы компенсация түләнде. Ә инде Беренсе һәм Икенсе Төркмән ауылдарындағы 143 шәхси ярҙамсы хужалыҡҡа һәм өс крәҫтиән (фермер) хужалығына юҡ ителгән малдары өсөн 51 172245 һум дәүләт ярҙамы күрһәтелде.

Тағы ла шуны әйтер инем, күптәр малдарына прививка эшләтеүгә ҡырҡа ҡаршы сыға. Вакцинаның һөҙөмтәһе бик ҙур, уны икенсе тапҡыр һалғандан һуң малда 100 процент иммунитет барлыҡҡа килә. Әле райондың бөтә ауылдарында ла вакцинациялау дауам итә, халыҡтың был тәңгәлдә аңлап булышлыҡ итеүен теләйем", - тине Азат Булат улы.

Ниндәйҙер сирҙе тик вакцина яһатып һәм күмәк көс менән генә еңеп сығыу мөмкинлеген онотмаҫҡа кәңәш итәбеҙ.

 

Фото: Азат Шәрипов.

Автор:Карима Усманова

https://bashgazet.ru/articles/i-tisad/2022-01-28/bash-a-sara-alma-ayny-2672650

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас