ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
27 Ғинуар 2022, 09:44

Заман бәләһеме?

9 кешегә эттәрен бәйҙә тотмаған өсөн штраф һалынған

Заман бәләһеме?Заман бәләһеме?
Заман бәләһеме?

 Хәйбулла районы административ  комиссияһының сираттағы ултырышында 28 эш ҡаралды.

Уларҙың 19-ы ғаиләлә низағ сығарыуға бәйле булды. Берәҙәк эттәр темаһы бөгөн көнүҙәк тема. Ошо йәһәттән 9 кешегә эттәрен бәйҙә тотмаған өсөн 1000 күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.

Комиссияға берәҙәк эттәр тураһында ялыуҙар даими килә. Берәҙәк кенә түгел, эйәһе булғандары ла иркен йөрөй. Ә ундай дүрт аяҡлылар балалар һәм ололар ғүмеренә һәм сәләмәтлегенә янай.

Йорт хужаларына  эттәрҙе тик бәйҙә тотоуҙарын һорайбыҙ!

 

Администрация Хайбуллинского района

 

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас