ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
19 Ғинуар 2022, 14:20

Уяу булығыҙ!

Бешмә сире таралған Ырымбур өлкәһенән быҙауҙарҙы Башҡортостанға индерергә маташҡандар

Уяу булығыҙ!Уяу булығыҙ!
Уяу булығыҙ!

Башҡортостан ветеринарҙары эре мөгөҙлө мал һатып алғанда айырыуса уяу булырға кәңәш итә. 2022 йылдың 18 ғинуарында Башҡортостандың дәүләт ветеринария хеҙмәте белгестәре бешмә ауырыуы буйынса хәүефле Ырымбур өлкәһенән быҙауҙарҙы рөхсәтһеҙ индереүҙе һәм уларҙы республика биләмәһендә һатырға маташыуҙы кисектергән.

«Социаль селтәрҙәрҙә һатыусылар үҙҙәрен Башҡортостандың Иглин районы хужалыҡтарынан тип ялған мәғлүмәт биреп, мессенджерҙарға тоҡомло эре мөгөҙлө малды һатыу тураһында иғландар урынлаштыра. Республика халҡына бындай иғландарға һаҡ менән ҡарарға һәм шикле сығышлы малдарҙың һатылыуын асыҡлаған осраҡта кисекмәҫтән 8-800-77-55-828 телефоны буйынса республиканың дәүләт ветеринария хеҙмәтенә хәбәр итергә кәрәк», - тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Ветеринария идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.

Ветеринарҙар, Ырымбур өлкәһенән республикаға вирус инеү хәүефенең юғары булыуын иҫәпкә алып, хайуандарҙы зоогигиена нормалары һәм уларҙы тотоу ҡағиҙәләре талаптарын үтәргә, имен биләмәләрҙән мал аҙығы һатып алырға, быға тиклем билдәһеҙ кешеләрҙән һатып алынған мал аҙығын ашатыр алдынан термик эшкәртеү уҙғарырға йәки бөтөнләй уны ашатыуҙан баш тартырға, биналарҙы санитар барьерҙар менән йыһазландырырға кәңәш итә. Көсөргәнешле хәлде иҫәпкә алып, мал аҫрау урындарын, мал аҙығын, шулай уҡ хужалыҡ территорияһына ингәндә транспорт сараларын даими дезинфекцияларға кәрәк. Кимереүселәр һәм бөжәктәр менән даими көрәшеү мөһим. Хужалыҡтарҙы ябыҡ эш режимына күсерергә, сит кешеләрҙе индереүҙе тыйырға кәрәк.

Белгестәр рөхсәтһеҙ сауҙа итеү урындарында ветеринария документтары булмаған хайуандарҙы һәм малдан алынған продукцияны һатып алыуҙы ҡәтғи тыя. Яңы һатып алынған бөтә хайуандарҙы ла ветеринария хеҙмәтендә теркәргә кәрәк.

Бешмә - хайуандар һәм кешеләр тиреһенең лайлалы ҡатламдары зарарлана торған хәүефле вирус инфекция ауырыуы. Сир кешегә ауырыуған малдан йоға. Кеше, башлыса, һөт, һөт ризыҡтарын, ит ҡулланғанда, һирәгерәк ауырыу хайуандар менән туранан-тура контактта һәм зарарланған предметтар менән контактта булғанда зарарлана ала. Һауа аша йоҡтороу осраҡтары булыуы ихтимал. Бешмә тыуҙырыусының сығанағы - ауырыу хайуандар, шул иҫәптән ауырыуҙың инкубация осоронда булғандар, шулай уҡ вирус йөрөтөүселәр (400 көндән ашыу).

 

 

 

фото:Башинформ.

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас