ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
10 Ғинуар 2022, 11:37

Тайып йығылып, имгәнә күрмә...

Аяҡ кейеме таймаһын тиһәң, ошо кәңәштәргә ҡолаҡ һал

Тайып йығылып, имгәнә күрмә...Тайып йығылып, имгәнә күрмә...
Тайып йығылып, имгәнә күрмә...

Ҡышҡы аяҡ кейеме тайһа, йығылып имгәнеүең дә бар.

Был бигерәк тә бөгөн актуаль, сөнки урамдар ысын катокка әүерелде. “Бриллиантовая рука” фильмындағы “Упал, очнулся, гипс” тигән ҡанатлы фразаны әйтеүе генә анһат, ысынында аяҡ-ҡулды һындырыу ҙур ҡаза.

Өй шарттарында аяҡ кейеме таймаһын өсөн бер нисә ысул бар.

  1. Кейеҙҙең бер киҫәген итек табанына “Момент” елеме менән йәбештерегеҙ. 1-2 аҙна ҡурҡмайынса йөрөй алаһығыҙ.
  2. Наждаклы ҡағыҙ ҙа кей еҙ кеүек елем ярҙамында йәбештерелә. Уның файҙаһы 3-4 аҙнаға етергә мөмкин.
  3. “Супер” елеме менән таҙа, ҡоро итек табанына биҙәктәр яһап, киптерергә мөмкин. Бындай алым боҙлауыҡта ҡурҡмай 1-2 аҙна йөрөргә булышлыҡ итә.
  4. Лейкопластырь ярҙамы 1-2 көнгә етә. Лейкопластырҙы 3-4 сантиметр оҙонлоғонда киҫеп алып, аяҡ кейеме табанына бер нисә урынға йәбештерегеҙ. Уның файҙаһы ҡышҡы һалҡын көндәрҙә генә һиҙелә, епшек ҡарҙа ул тиҙ ҡуба.
  5. Был ысулдар ярҙам итмәһә, итектәр ремонтлаусынан итек үксәһенә полиуретан набойка һуҡтырыу күпкә отошло.

Авыл хатыны/Сельчанка

https://vk.com/avulselo

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас