ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
3 Января 2022, 09:56

Яңы штрафтар индерелә

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы штрафтар индереләЯңы штрафтар индерелә
Яңы штрафтар индерелә

Быйылдан ҡануниәткә тағы ла яңылары индерелә. Ошоға ҡәҙәр эскән килеш машинала балаларҙы алып йөрөгән өсөн 30 мең һум штраф түләтһәләр, быйылдан иһә - 50 мең һум. Водитель таныҡлығын да өс йылға тартып аласаҡтар. Шулай уҡ машинанан ҡый ташлаған, автомобилде газонда йыуған өсөн дә яңы яза ҡаралған - 1000-3000 һум штраф.

Әйткәндәй, автомобилдәргә быйыл да хаҡ артыуын дауам итәсәк. Был инфляцияға, металдарҙың ҡиммәтләнеүенә, ярымүткәргестәрҙең етешмәүенә бәйле, тип билдәләй эксперттар.

 

Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.

Автор: