ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
2 Января 2022, 06:06

Мунса инәм тип...

Бөрө районында ике бала дауаханаға эләккән.  

Мунса инәм тип...Мунса инәм тип...
Мунса инәм тип...

Оҙайлы ял ваҡытында күптәр, ауыл яҡтарына ҡайтып, мунса яғып инергә ярата, әммә һаҡһыҙлыҡ арҡаһында һис уйламағанда күңелһеҙ хәлдәргә лә осрап ҡуя. Мәҫәлән, Бөрөлә 31 ғинуарҙа 16 һәм 8 йәшлек ҡыҙҙар һөрөм еҫенә иҫергән, тип хәбәр итә «Башинформ».

Бәхеткә күрә, оло бәлә балаларҙы урап үтә, дауаханала табиптар беренсе ярҙам күрһәткәндән һуң уларҙы өйөнә ҡайтара.

Ғафури районының Еҙем-Ҡаран ауылында 54 йәшлек ҡатын да ошондай уҡ бәләгә тарыған, тип билдәләй Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты һәм мунса йә йортта мейес яҡҡанда түбәндәге ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотоу кәрәклеген иҫкәртә:

* Мейесегеҙҙең ярылған ерҙәре булмаҫҡа тейеш.

* Утын-фәлән янып бөтмәйенсә, мөрйәне тулыһынса ябып ҡуймағыҙ.

* Елләтеү ҡоролмалары даими эшләп торһон.

* Мөрйәләрҙе ваҡыты-ваҡыты менән тикшереп тороу зарур.

* Балаларҙы яңғыҙҙарын ғына мунсаға ебәрмәгеҙ.

* Иң мөһиме: эскән килеш мунсаға барырға ярамауын да иҫтән сығармағыҙ.

Ошо ябай ҡағиҙәләр күңелһеҙ хәлдәрҙән йолоп ҡалыр.

Автор:Миләүшә Сайтакова
 
https://bashgazet.ru/articles/kh-ef-e-lek/2022-01-02/munsa-in-m-tip-2641917
Автор:
Читайте нас