

Республиканан 40 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Ырымбур өлкәһе Беляевка районында айырыуса хәүефле ауырыу теркәлеү сәбәпле, Башҡортостандың Ветеринария хеҙмәте республика биләмәһенә сирҙе индермәҫ өсөн саралар күрә башланы. Малдарҙың ауырыуында шик тыуған осраҡта кисекмәҫтән республиканың дәүләт ветеринария идаралығының “ҡыҙыу бәйләнеш” 8-800-77-55-828 телефонына шылтыратып хәбәр итергә кәрәк.
Ырымбур өлкәһенән республикаға вирус индереү хәүефе юғары булыуын иҫәпкә алып ветеринарҙар кәңәш итә:
1. Зоогигиеник нормалар һәм хайуандарҙы тотоу ҡағиҙәләрен үтәү, хәүефһеҙ биләмәләрҙән ҡатнаш аҙыҡ һатып алмау. Быға тиклем билдәһеҙ етештереүсенән һатып алынған ҡатнаш аҙыҡты ашатыр алдынан ҡайнар һыу менән эшкәртергә, йәки бөтөнләй баш тартырға. Хужалыҡтарҙы санитар контроль-үткәреү пункттары менән йыһазландырырға, инеү урындарын зарарһыҙландырыу кәртәләре менән йыһазландырырға;
2. мал һарайҙарын, мал аҙығын һаҡлау һәм әҙерләү урындарын, шулай уҡ транспорт сараларын даими зарарһыҙландырыуҙы тәьмин итеү;
3. системалы рәүештә дератизация һәм дезинсекция эштәрен башҡарырға;
4. хужалыҡтарҙың ябыҡ эш режимын тәьмин итеү, сит кешеләрҙе мал тотоу урындарына индереүҙе тыйыу, эшкәртелмәгән ҡорамалдарҙы индереүҙән һәм дезинсекция үтмәгән транспорт сараларын территорияға индермәү;
5. рөхсәтһеҙ сауҙа майҙансыҡтарында ит һәм ит аҙыҡтарын һатып алмағыҙ, ветеринар биргән документты һорағыҙ;
6. яңы алынған һыйыр малының барыһы ла ветеринария органдарында һәм ауыл хакимиәтендә теркәлергә, төп көтөүгә инер алдынан мотлаҡ карантинда торорға тейеш;
7. мал һуйыу алдынан уны ветеринар-табип тикшереүен хәл итегеҙ, итен һатыуға сығарһағыҙ, ветеринар һәм санитар тикшереү менән тәьмин итегеҙ.
Фото: gazeta.ru