ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
26 Декабрь 2021, 04:18

Республикаға циклон яҡынлаша

Ҡар яуасаҡ, ә елдең тиҙлеге секундына 20-25 метрға етәсәк

Республикаға циклон яҡынлашаРеспубликаға циклон яҡынлаша
Республикаға циклон яҡынлаша

Һыуыҡтарға алмашҡа Башҡортостанға түбән баҫым өлкәһе килә, ул төбәккә ҡар һәм көслө ел алып килә. Йәкшәмбе, 26 декабрҙә, республикала 10-6 градус һалҡын буласаҡ. Яуым-төшөм күләме тәүлегенә 6,5 миллиметр кимәлендә фаразлана. Һауа торошоноң үҙгәреүе көслө ел менән оҙатыласаҡ, уның тиҙлеге секундына 20-25 метрға етәсәк.

Атмосфера фронты үткәндән һуң Башҡортостанға һыуыҡ һәм ҡояшлы һауа торошо әйләнеп ҡайта. Шишәмбе, 28 декабрҙә, термометр -17, -21 градус күрһәтәсәк, ә киләһе төндә 25 градусҡа тиклем һыуытасаҡ. Күк йөҙө аяҙ була, бер аҙ ҡар яуыуы ихтимал.

 

 

фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас