ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
26 Декабря 2021, 04:04

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле юл хәрәкәте сикләнә

*

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле юл хәрәкәте сикләнәБашҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле юл хәрәкәте сикләнә
Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуы сәбәпле юл хәрәкәте сикләнә

Башҡортостан менән Һамар өлкәһе сигендә М-5 «Урал» трассаһында 26 декабрҙә иртәнге сәғәт 7-нән ҡайһы бер транспорт төрҙәре: маршрут автобустары, такси һәм ҙур йөк машиналары хәрәкәте сикләнә. «Урал буйы» юл идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, ваҡытлыса сикләү 1194-1363 саҡрымлыҡ участкаға ҡағыла (Һамар өлкәһе сигенән Иҫке Боғаҙы ауылына тиклем). Шулай уҡ Ырымбур өлкәһендә һәм Татарстанда сикләүҙәр индерелде.

Юлдағы ғәҙәттән тыш хәлдәр тураһында «Урал буйы» федераль автомобиль юлдары идаралығының тәүлек әйләнәһенә дежур-диспетчер хеҙмәте номеры буйынса шылтыратып хәбәр итергә мөмкин: 7(347) 286-07-18.

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев