

WhatsApp мессенджеры аша бөгөн күптәргә хәүефле хәбәр килде. Унда, имеш төрмәнән ҡасҡан 30 кеше тураһында хәбәр ителә. Билдәләнеүенсә, ирҙәр Саҡмағош районындағы холоҡ төҙәтеү учреждениеһынан сығып киткән.
“Икәүһен тотҡандар, 28 кешегә эҙләү иғлан ителгән. Сит кешеләрҙе подъездарға индермәгеҙ һәм ишек асмағыҙ. Иғтибарлы булығыҙ. Бөгөн Ҙур Ҡуғанаҡ ауылында, Ленин урамы 21-се йорт янында ҡолаҡсынлы бүрек, номерлы фуфайка кейгән шикле ирҙәр килеп сыҡты. Мөмкинлек булһа, балаларығыҙҙы мәктәптән ҡаршы алығыҙ. Полиция урынға сыҡты”, – тигән хәүефле һүҙҙәр яҙылған унда.
Әлбиттә, халыҡ бындай хәбәрҙән хәүефкә ҡала. “Башинформ” агентлығы Башҡортостан буйынса федераль яза башҡарыу хеҙмәтенең матбуғат хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, комменатрий алған.
– Башҡортостандың Саҡмағош районында беҙҙең ведомствоның холоҡ төҙәтеү учреждениелары һәм тәфтиш изоляторҙары юҡ. Был мәғлүмәттең Яза башҡарыу хеҙмәтенә ҡағылышы юҡ, – тигәндәр унда.
Ысынлап та был районда төрмәләр юҡ. Фейк яңылыҡ ебәрер алдынан, исмаһам мәғлүмәтте тикшерер кәрәк тә бит...
Фото: news.myseldon.com