ХӘҮЕФҺЕҘЛЕК
9 Декабрь 2021, 05:31

40 йыл рулдә һәм аварияһыҙ!

Хәйбулла мәғлүмәт үҙәгенән  Ердис Мостафин  тәжрибәле  водитель

40 йыл рулдә һәм аварияһыҙ!40 йыл рулдә һәм аварияһыҙ!
40 йыл рулдә һәм аварияһыҙ!

“Хәйбулла хәбәрҙәре” редакцияһында 31 йыл эшләү дәүеремдә район һәм райондан ситкә эш командировкаларына, Өфө ҡалаһына юлда күп водителдәр менән йөрөргә тура килде. Йәшерен-батырыны юҡ, ҡайһы берәүҙәр рулгә ултырғанда ишек тотҡаһына сат йәбешеп, күҙҙе йомоп, эстән генә доғаларҙы ҡабатлай торған инем.

Кисә-бөгөн юлдарҙа бик тайғаҡ булһа, бөгөн Хәйбуллала буран сығып тора. Республика ЮХХДИ-һының мәғлүмәт үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙа авариялар күп теркәлгән. Ердис Мостафин бына ошондай ваҡытта  хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында һөйләне.

--Бындай ваҡытта юлға, бигерәк тә оҙон юлға сыҡмауың хәйерлерәк.Әгәр башҡаса булмаһа, тайғаҡта ла, буран ваҡытында да  бик яй йөрөргә, дистанция һаҡларға кәрәк. Ҡайһы берәүҙәр руль артында ла телефондан айырыла алмай, был бик хәүефле.

Автотрассаларҙа ғына түгел, Аҡъяр эсендә лә һаҡ һәм яй йөрөргә кәрәк.  Сөнки машинаның, ҡышҡы тәгәрмәстәрҙә булһа ла, уйламағанда тайып китеүе, ҡаршы һыҙатҡа барып сығыуы ихтимал.  Тағы ла юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәмәүселәр ҙә етерлек. Эскән килеш руль артына ултырыусылар тураһында әйтеп тә тормайым. Улар үҙҙәренең генә түгел, пассажирҙарының да һаулығы һәм ғүмере менән уйнай.

Мин үҙем 1981 йылдан руль артындамын. Аллаға шөкөр, 40 йыл эсендә бер генә аварияға ла юлыҡманым,--ти Ердис ағай.

Ысынлап та  редакция водителе менән  ниндәй генә һауа торошо булмаһын, һис борсолмай юлға сығырға була. Алыҫ юлдарҙа ул үҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәрәлен ҡәтғи күҙәтә. Шул уҡ ваҡытта тигеҙ генә юлда ла авария хәүефе тыуҙырғандарҙы, ҡаршы һыҙаттан елдергәндәрҙе тәнҡитләп, беҙгә лә күрһәтеп өлгөрә.

Бына шулай редакция хеҙмәткәрҙәрен йөрөткән тәжрибеле водитель үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас