

--Ишмырҙа Баймырҙа улы, нимә ул нодуляр дерматит һәм ул малда нисек башлана?
--Малсылыҡта төрлө йоғошло сирҙәр булыуын һәр саҡ иҫтә тоторға кәрәк. Нодуляр дерматит та тап шундай хәүефле ауырыуҙарҙың береһе. Ул нисек башлана? Эре малды биҙгәк тота, тире аҫтындағы күҙәнәктәр, эске органдар елһенә, тирелә төйөрҙәр барлыҡҡа килә, хайуандың тын юлдары, ашҡаҙан һәм лимфа системаһы зарарлана. Мал ашамай, морононан һоро төҫтәге лайла килә. Һөтө ҡуйыра, алһыу төҫкә инә, йылытҡанда ла гель һымаҡ шыйыҡсаға әүерелә. Яңы тыуған быҙауҙарҙа нодуляр дерматитты асыҡлауғы ҡыйын. Уларҙың тиреләре боҙолмай, бары тик эстәре китә, биҙгәк тота. Әйткәндәй, был сир эре малға ғына түгел, һарыҡ-кәзәләргә лә йоғоуы ихтимал.
--Һеҙең фекерегеҙсә, был сирҙең Урал аръяғы территорияһына нисек үтеп инеүе ихтимал?
--Әле республика ветеринария белгестәре тарафынан сирҙең килеп сығыу осраҡтары асыҡлана. Минең фараз итеүемсә, ауырыуҙың мал аҙығы аша йоғоуы ихтимал. Быйыл йылдың ҡоролоҡло булыуы сәбәпле, күптәр бесәнде, емде ситтән һатып алды.
--Хәйбулла районында был йоғошло сирҙең үтеп инмәүе өсөн ниндәй саралар күрелә?
--Был йәһәттән районда әүҙем эш алып барылды. Шәхси һәм фермер хужалыҡтарында малдарға профилактик прививкалар эшләнде, йәй көнө малсылыҡ биналары махсус шыйыҡсылар менән эшкәртелде. Ветеринарҙар халыҡ менән аңлатыу эше алып барҙы. Бигерәк тә ветеринар документы булмаған килеш ситтән мал-тыуар, ит продукциялары, мал аҙығы һатып алырға ярамауға баҫым яһалды. Һатып алған осраҡта ла был турала ветеринария станцияһына хәбәр итергә кәрәк. Хәҙер малдарҙы һуйыу мәлдәре башланды. Уға тиклем һуғымлыҡ малды ветеринар тикшереүе лә мотлаҡ.
Үкенескә күрә, нодуляр дерматит сире мутацияланған. Бынан алда һалынған прививкалар район биләмәһендә әлеге ауырыуға ҡаршы торорлыҡ көс бирер тип уйлайым. Шулай ҙа малдарҙың бер нисәүһе кинәт сирләп киткән осраҡта тиҙ арала Аҡъяр ауылы, Көнсығыш урамы, 5 адресы буйынса Хәйбулла район ветеринария станцияһына хәбәр итергә кәрәк. Телефон: 2-15-74, 2-14-74.
--Ишмырҙа Баймырҙа улы, ауырыған малды бер нисек тә дауалап булмаймы?
-- Ауырыған малды дауаларға була, әммә ул барыбер хәүеф сығанағы булып ҡала һәм сирҙе таратыуы мөмкин. Икенсенән ауырыу һыйыр башҡа быҙауламай, һөтө лә сифатын юғалта. Мал тыштан һау күренһә лә, эске ағзалары зарарлана. Шуға был осраҡта иң һөҙөмтәле ысул булып малдарҙы юҡ итеү тора.
--Һеҙ беҙҙең район ветеринарҙары Баймаҡта ошо үләткә ҡаршы көрәшә тигән инегеҙ...
--Эйе, бына бер аҙна инде район ветеринарҙары сиратлап Баймаҡ районында йоғошло сиргә ҡаршы көрәшә. Беҙҙең ветеринарҙар өсөн айырым участка бүленде. Күрше райондағы ауырыу сығанағы баҫылыр, эпизоотик хәл-торош ҡатмарланмаҫ тип ышанам.