

Хөрмәтле райондаштар! Әбеш ауыл Советы ветерандары исеменән бөтәгеҙҙе лә ошо ауыр пандемия осоронда ковидҡа ҡаршы вакцинация үтеүегеҙҙе һорар инем.
Әлбиттә, мин быны ҡайҙандыр ишетеп кенә түгел, үҙем был вакцинаны алып, уның һөҙөмтәләрен тоям, Аллаға шөкөр, әлегә был ауырыу мине урап үтә әле. Хәҙер ковидтың ныҡлап тамырлана башланыуы күҙәтелә. Күпләп кеше ауырый, күптәрҙең ғүмере өҙөлә. Шуға күрә вакцинациянан ҡурҡмаҫҡа кәрәк.
Үкенескә күрә, быға ҡырҡа ҡаршы төшөүселәр ҙә бар. Ундайҙар үҙҙәрен дә, эргәһендәге яҡындарын да, ауылдаштарын да ошондай ҡурҡыныс сиргә дусар итмәһен ине. Был зәхмәт кешенән кешегә бик тиҙ күсә һәм унан вакцинациянан тыш ҡотолоу әмәле юҡтыр, тип уйлайым.